Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
2 Март 2022, 07:10

Башҡортостан планды арттырып үтәне

Былтыр Интернет селтәренә 90 проценттан артыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттары тоташтырылған, уларҙа профилле белгестәрҙән онлайн-консультациялар алырға мөмкин.

Башҡортостан планды арттырып үтәнеБашҡортостан планды арттырып үтәне
Башҡортостан планды арттырып үтәне

 

Башҡортостан  «Һаулыҡ һаҡлау» дөйөм дәүләт проектына ярашлы медицинаны һанлаштырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе арттырып үтәне, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Былтыр Интернет селтәренә 90 проценттан артыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттары тоташтырылған, уларҙа профилле белгестәрҙән онлайн-консультациялар алырға мөмкин.

Республикала был маҡсатта эш 2013 йылда башланған. Ул ваҡытта бөтә медицина ойошмалары өсөн берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы индерелгән. Хәҙер уға төрлө милек рәүешендәге 205 медицина ойошмаһы һәм 124 дарыухана пункты тоташтырылған.

Фото: "Башинформ" агентлығы

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас