+21 °С
Болотло


Кеше тормошо эҙләнеүҙәргә ҡоролған. Уны тау артында нимә көтөүе һәр саҡ ҡыҙыҡһындыра. Бәлки, унда бәхеттер? Бер тауҙы артылғас, икенсеһен күрә, ә унан—тағы тауҙар… Аҙаҡ, юлында осраған бар тауҙарға ла күтәрелгәс, кеше тигеҙ офоҡҡа барып етә һәм аңлай: был ғүмер ахырыһы. Эйе, кеше тауҙар артыла икән, тимәк, ул йәшәй. Йәшәйештең мәғәнәһе лә шул йәшәү. Әллә ҡайҙан алыҫтан бәхет һәм һөйөү эҙләргә кәрәкмәй, ул һәр саҡ һинең яныңда.
27 март, 18.00 сәғ. Өфө "Нур" татар дәүләт театры сәхнәһендә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры спектаклен ҡарарға рәхим итегеҙ!