Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
2 Март 2022, 06:28

Яратҡан шөғөл ҡаты ауырыуҙан ҡотҡара

Яратҡан шөғөл ҡаты ауырыуҙан ҡотҡараЯратҡан шөғөл ҡаты ауырыуҙан ҡотҡара
Яратҡан шөғөл ҡаты ауырыуҙан ҡотҡара

Ишембай районы Сәлих ауылынан Рауил Вәлиев хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң сирләй башлай. Шулай ҙа ир күптәнге хыялын тормошҡа ашырыр өсөн аяҡҡа баҫырға үҙендә көс таба. Ҡулына балта, бысҡы алып, ағас эше буйынса оҫтахана ойоштора. Хәҙер ул бар буш ваҡытын яратҡан шөғөлөнә арнай, сәләмәтлегендә лә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Алтын ҡуллы замандашыбыҙ тураһында киләһе яҙма.

Оҫтаханала ағас юныу, семәрләү эштәре көнө буйы дауам итә. Ишембай районы Сәлих ауылынан Рауил Вәлиев хаҡлы ялға сыҡҡандан алып, инде ун йылдан ашыу йорт йыһаздары, көнкүреш әйберҙәре етештереү менән шөғөлләнә. Быға тиклем ул ауыл хужалығында иретеп-йәбештереүсе булып эшләгән. Тимерҙе ағасҡа алмаштырыуы осраҡлы түгел. Оҫта йәш сағынан уҡ балта, менән бысҡыны ҡулынан төшөрмәгән.

Рауил Рәжәп улына ҡатмарлы диагноз ҡуйылған булған, әммә ул яратҡан шөғөлө ярҙамында йәшәүгә көс таба. Әйткәндәй, ағас эше килем килтерә башлаған. Районда айырыуса һандыҡ һәм сәңгелдәккә ихтыяж юғары. Шулай уҡ оҫтаның йортондағы бар йыһаздар ҙа ҡулдан эшләнгән. Ҡатыны Роза Рафаил ҡыҙы ла бәйләм бәйләү, сигеү, тегеүгә әүәҫ. Ейән- ейәнсәрҙәрен ул йөн ойоҡтар, бейәләй, кофта, күлдәктәр менән һөйөндөрә.

 

Вәлиевтар ғаиләһе яратҡан шөғөлдәренән күңел тыныслығы алыуын билдәләй. Көн һайын илһамланып, ҡанатланып яңы эшкә тотоналар. Йорттоң тышҡы яғында ағастан семәрләп биҙәлгән пар күгәрсендәр кеүек улар ҙа тормошта бер-береһенә оло терәк.

 

Гөлназ Хәйбуллина

Автор:
Читайте нас