Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
3 Март 2022, 05:05

Барлыҡ ҡатындар ҙа бәхетлеме?

Хәйбулла районында "Бәхетле ҡатын" проекты үҙ эшен тамамлау алдында. Иртәгә район мәҙәниәт һарайында бер нисә осрашыуҙы дөйөмләштергән сара көтөлә. 

Барлыҡ ҡатындар ҙа  бәхетлеме?Барлыҡ ҡатындар ҙа  бәхетлеме?
Барлыҡ ҡатындар ҙа бәхетлеме?

"Бәхетле ҡатын" проекты сиктәрендә лекторий, мастер-кластар, күргәҙмәләр, консультациялар ойошторолған. Эксперттар араһында Хәйбулла районы хакимиәте башлығының хәләл ефете Айгизә Шәрипова ла бар. Ул ҡатын-ҡыҙҙарға эш табыу йәһәтенән нимә эшләргә кәрәклеген аңлата. 

Был проект йыл дауамында 13 осрашыу ойоштороп өлгөргән. Бында гүзәл заттар менән һаулыҡҡа, сәләмәт тормош алып барыуға, күңел матурлығына ҡағылышлы һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар үткәрелгән. Төрлө мастер-кластар, психологик практикалар ойошторолған. Улар бик йылы атмосферала бара, һәр ҡатындың күңеленә юл табырға тырышыла. 

Бик кәрәк һәм мөһим эш ойошторған хәйбуллалар. 

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас