

Башҡортостандың 140 предприятиеһы "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" дөйөм дәүләт проектында ҡатнашасаҡ. Был турала Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. "Республика Хөкүмәте дөйөм иҡтисад системаһы һөҙөмтәлелеге һәм һәр предприятиеның айырым эшмәкәрлеге буйынса бурыстар ҡуя. Шуға күрә "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" дөйөм дәүләт проекты беҙҙең өсөн төп өҫтөнлөктәрҙең береһе булып тора. 2022 йылға был проектҡа 140 предприятиены йәлеп итергә планлаштырабыҙ", – тине беренсе вице-премьер, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәт министры Рөстәм Моратов. Республика был күрһәткес буйынса 2021 йылға ҡуйылған планды 40 процентка арттырып үтәгән.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан