Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
3 Март 2022, 12:37

Шаулаған балалар

Шаулаған балаларШаулаған балалар
Шаулаған балалар

Бер ауылда йәшәгән, ти, бер ҡарт. Ул тыныслыҡты шул тиклем ныҡ яратҡан. Үҙ уйҙарына батып ултырыр булған ул йыш ҡына. Тик ошо тыныслығын ғына боҙмаһындар...

 

Шулай тыныс кистәрҙең береһендә ҡапҡаһына килеп туп бәрелә. Унан ҡайҙандыр балалар килеп сыға. Улар бабайҙың ҡапҡаһы алдында уйнай башлайҙар. Тауыштары яңғырап тора. Ҡысҡырышалар, һуғышалар хатта, илап та алалар. Бына-бына туптары тәҙрәһен ватыр кеүек тойола башлай. Бер көн түҙә, ике көн... Тамам был тауыштарҙан биҙрәй был ҡарт. 

 

Шулай ул бер көн балаларҙы саҡырып ала.

 

-- Беләһегеҙме, миңә һеҙҙең ошолай шау-гөр килеп уйнауығыҙ ғәләмәт оҡшай.

-- ...?

Быны көтмәгән малайҙар телһеҙ ҡала.

-- Иртәгә лә бында килеп уйнағыҙ. Башҡа ергә бармағыҙ!

-- Беҙ ни эшләп тап бында уйнарға тейешбеҙ әле, -- тип малайҙар китергә булдылар.

-- Әгәр иртәгә лә килһәгеҙ, мин һеҙгә аҡса бирәм...

 

Ашҡынып китеп барған балалар туҡтайҙар.

-- Килербеҙ! -- тиҙәр улар арттарына боролоп ҡарамай ғына.

 

Икенсе көн малайҙар тағы ла нығыраҡ шаулашалар. Бабайҙың урамында ғына түгел, күрше-тирәләгеләр ҙә ризаһыҙлыҡ белдереп ҡарайҙар. Бына ҡараңғы төшә башланы. Бабай ихата алдына сығып, балаларға 200-әр һум аҡса таратып бирә лә:

-- Иртәгә лә һеҙҙе ошо ваҡытта көтәм, -- тип хушлаша.

 

Икенсе көн дә ошо уҡ хәл ҡабатлана. Тик бабай был юлы балаларға 100-әр һум тарата. Өсөнсө көн ҡарт малайҙарға 50-әр һум тарата ла

-- Балалар, минең аҡсам бөттө. Һеҙ иртәгә былай ғына килеп уйнағыҙ инде, -- тип үтенә. 

 

Бына кис етте. Балалар уйнарға килмәйҙәр. Күрәһең, ошолай улар аҡса тәмен тойоп та өлгөрәләр. Хәҙер инде уларҙың береһе лә бушлай уйнарға теләмәй...

 

Эльмира Кейекҡужина 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас