

Башинформ белдереүенсә, плдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала һауа температураһы көндөҙ -2, +3 градус була. Республиканың таулы райондарында 7 градусҡаса йылыта.
5 мартта синоптиктар төндә бер аҙ, көндөҙ епшек ҡар яуыуын, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуын фаразлай. Буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, иртән һәм көндөҙ көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә -3,-8 градус, көндөҙ +2,-3 градус.
6 мартта епшек ҡар, урыны менән буран, боҙлауыҡ. Төндә сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -3,-8 градус, аяҙытҡанда 13 градусҡаса һалҡынайтыуы мөмкин.