

Ризаитдин Фәхретдинов (1859 — 1936) - ғалим-мәғрифәтсе, тарихсы, дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре. 1922-1936 йылдарҙа мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты мөфтөйө була. Ул бик күп хикәйәләр һәм повестар авторы, әммә уҡыусыларға бик аҙҙары ғына билдәле, ҡалғандары ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланған йәки ғәрәп графикаһында баҫылған. Быға тиклем уның әҫәрҙәре сәхнәләштерелмәгән. "Был әҫәр башҡорттар тураһында, персонаждар боронғо һәм бай тарихлы башҡорт халҡынан алынған," - тип яҙған Ризаитдин Фәхретдинов повесына баш һүҙендә.
Башҡорт театры өсөн инсценировканы билдәле яҙыусы һәм драматург Шәүрә Шәкүрова яҙған, режиссер Зиннур Сөләймәнов сәхнәгә ҡуйған. Төп ролдә - Айым Сөләймәнова һәм Сабина Кирәева. Спектакль бөгөн, шулай уҡ 5 һәм 19 мартта күрһәтелә.
- Ризаитдин Фәхретдинов халыҡтың киләсәге хаҡында уйланған, был киләсәк быуындарҙы тәрбиәләгән белемле ҡатын-ҡыҙҙарға лә бәйле тип иҫәпләгән. Ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡлаусы ғына булып һаналған осорҙа ошо мәсьәлә күпкә киҫкенерәк торған, әлбиттә. Ризаитдин Фәхретдиновтың әҫәрҙәрендә фәһемле фекерҙәр күп, уның нәсихәттәре йәшәү ҡағиҙәләре тип әйтергә мөмкин. "Әсмә" лә ул дөйөм кешелек ҡиммәттәрен булдыра. Жанры буйынса классик мелодрама. Яҙмышындағы ауырлыҡтарҙы еңеп, Әсмә көс туплай, үҙен һаҡлап ҡала һәм уҡытыусы, милләт әсәһе булып китә, — ти Зиннур Сөләймәнов.