

3 мартта IKEA компанияһы рәсми рәүештә Рәсәйҙә һәм Белоруссияла үҙ эшмәкәрлеген ваҡытлыса (май аҙағына тиклем) туҡтатып тороуын белдерҙе. Быны ишеткән Өфө халҡы әүҙем рәүештә IKEA сауҙа үҙәктәренә ағылды. Өҫтәлмә кассалар асыуға ҡарамаҫтан, ҙур сират йыйылып һәм кешеләргә 3 - 4-әр сәғәт көтөргә тура килгән.
Компания етәкселеге сауҙа йорттарының эшләмәүен Украиналағы ваҡиғаларҙың әйбер етештереү сылбырында өҙөклөктәр тыуҙырыуын аңлаттылар. Шулай уҡ хәрби операция өсөн индерелгән санкциялар булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә үҙ эшмәкәрлеген туҡтатырға йыйынмауҙарын да белдерҙеләр. Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәр эшһеҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалмай: улар артабан хеҙмәт юлын складта дауам итәсәк.