+24 °С
Ямғыр


Германияның төньяғындағы Гамбург ҡалаһы портында Рәсәй эшҡыуары Алишер Усмановтың “Dilbar” яхтаһы конфискацияланған.
Билдәле булыуынса, Украиналағы махсус хәрби операцияһы сәбәпле, Евросоюз Рәсәй сәйәсмәндәренә, журналистарға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы санкциялар индерҙе. Уларҙың барыһына ла Европа берлеге илдәренә сығыу тыйыласаҡ, ә ундағы активтары "туңдырыласаҡ". Был исемлектә Алишер Усманов та бар.