

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһында 15 юл йүнәтеләсәк. Шулай уҡ проект сиктәрендә юл хәрәкәтен ойоштороуҙа техник саралар ҡоролошо, юлдарҙа тамға һалып өҫкө ҡатламын ремонтлау планлаштырылды.
Мәҫәлән, Имай Насыри урамында (Ҡара диңгеҙ урамынан алып Октябрь проспектына тиклем) һәм Фестиваль урамы буйлап (Кочетов урамынан Социалистик урамына тиклем). Был урындарҙа ҡала, республика һәм халыҡ-ара кимәлдәге төрлө саралар менән ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы үҙенә тартып тороусы Ҡала мәҙәниәт һарайы һәм “Сода” ҡала мәҙәниәт һарайы урынлашҡан. Шулай уҡ Вокзал урамының 21-се йортонан 23-сө йортона тиклемге урында Тимер юл вокзалы янындағы юл да ремонтланасаҡ.