✔Атай-әсәйегеҙҙе ихлас һөйөгөҙ, теләктәренә ҡаршы килмәгеҙ, ҡаты күңелле булмағыҙ. Уларҙы хәсрәтләндермәгеҙ, бар тырышлығығыҙҙы һалып ризаландырығыҙ. Ата-әсәһенә ҡарата итәғәтле, белемле ҡыҙҙарҙың ғәҙәттәре көндән-көн күркәмләнер. Ә ата-әсәһен хөрмәт итмәгән, һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмағандар мөхәббәтһеҙ була, артабан матур йәшәй алмай.
✔Атайығыҙҙы хөрмәт итегеҙ. Уның өйрәткәндәрен ризалыҡ менән тулыһынса ҡабул итегеҙ.
✔Атайығыҙ янында ултырғанда күп көлмәгеҙ, ҡысҡырып һөйләмәгеҙ.
✔Йорт эштәрендә әсәйегеҙгә ярҙамсы булығыҙ, барыһын башҡарырға өйрәнегеҙ. Тик тормағыҙ. Сәбәпһеҙ ятмағыҙ, өҫ-башығыҙҙы бысраҡ йөрөтмәгеҙ.
✔Кесе туғандарығыҙға ҡарата шәфҡәтле булығыҙ, рәнйетмәгеҙ. Уларҙы атай-әсәйегеҙгә яманлап һөйләмәгеҙ. Телегеҙҙе кешене насарлауға ғәҙәтләндермәгеҙ.
✔Кейемегеҙҙәге йыртыҡ, һүтек урындарҙы күргәс тә үҙегеҙ ямағыҙ, тегегеҙ. Керҙәрегеҙҙе йыуығыҙ. Уларҙы нисек киптерергә, үтекләргә, һабынды нисек ҡулланырға - барыһын да ентекле өйрәнегеҙ.
✔«Әҙәм балалары араһында осраған яҡшы һәм яман эштәрҙең барыһының төп сәбәбе ҡатындыр» тигәндәр борондан. Тимәк, киләсәк һеҙҙең ҡулығыҙҙа. Юлбашсы булып барған каруанды сүлдә аҙаштырмаҫлыҡ һәм кәмәне ҡомға ултыртмаҫлыҡ ғәмәлдәрҙе бөгөндән өйрәнегеҙ.
✔Китап, ҡағыҙ һәм башҡа әсбаптарығыҙҙы таҙа тотоғоҙ, ҡәләмегеҙҙе ауыҙығыҙға ҡапмағыҙ. Кире осраҡта, был - әҙәпһеҙлек һәм ауырыуға сәбәп.
✔Мәктәптә уйнарға рөхсәт бирелһә, әҙәпле булығыҙ. Бысраҡ, туҙанлы урындарҙа йөрөмәгеҙ.
✔Оло кешеләрҙең һүҙҙәренә ҡатнашмағыҙ, үҙегеҙҙән берәй нәмә һорамаһалар, өндәшмәгеҙ. Артыҡ яй йәки ҡысҡырып һөйләмәгеҙ. Бер һүҙҙе күп мәртәбә ҡабатламағыҙ.
✔Һәр кем менән матур мөнәсәбәттә йәшәгеҙ, мәрхәмәтле, изгелек теләүсе булығыҙ. Асыуланмағыҙ. Һәр нәмәнең яҡшы яғын күрергә тырышығыҙ. Гелән көләс йөҙлө булығыҙ. Нәсихәт биреүсенең әйткәндәренә ҡолаҡ һалығыҙ. «Яҡшы кеше башҡаларҙың һүҙенән ғибрәт алыр» тигәнде онотмағыҙ.
Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВтың нәсихәттәренән.