Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
10 Март 2022, 15:30

Ҡолош гөрләп торҙо

Байрамда тәүге тапҡыр боронғо башҡорт уйыны «Ауҙарыш» үткәрелде.

Ҡолош гөрләп торҙоҠолош гөрләп торҙо
Ҡолош гөрләп торҙо

Сәфәр ауылынан килгән Батыр Хисмәтовҡа ни бары ун ике генә йәш, әммә был булдыҡлы егет өлкәнерәк иптәштәренән дә, ҡаршылыҡтарҙан да ҡурҡып торманы һәм ҡыйыу рәүештә ҡышҡы ат сабыштарында ҡатнашты. Кармелита исемле яңғырауыҡлы исемле ат, ҡыҙҙар кеүек тыйнаҡ ҡына боролоп, бәләкәй хужаһына ғына уны ҡосаҡларға һәм үҙе хаҡында һөйләргә ирек бирҙе...

Учалы районы Ҡолош ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә «Һыбайлылар уйыны» тигән ҙур фольклор байрамы уҙҙы. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Ирәндек» хәйриә фонды вәкилдәре лә ҡатнашты.

Байрамда тәүге тапҡыр боронғо башҡорт уйыны «Ауҙарыш» үткәрелде. Сараның иң сос һәм ҡыйыу ҡатнашыусылары ғына бәйгеләшен аттан һөйрәп төшөрә алды.

Аттарҙа уҡтан атыу ярышы ла мауыҡтырғыс тамаша булды. Уҡсыларҙың ғаилә династияһы — Ауырғазы районынан оло йәштәге Зәйет Шакиров ҡыҙы, ейәне һәм бүләһе менән бергә ошо ҡоралдан атыу оҫталығын күрһәтте. Ә сағыу тирмәләрҙең береһендә ауыл музейының экспозицияһы — башҡорттарҙың боронғо көнкүреш әйберҙәре урынлаштырылды.

Ат сабыштарында Учалы, Баймаҡ райондары, Өфө ҡалаһы һыбайлылары ҡатнашты. 1600, 3200, 4400 метрға өс ярыш һәм «Оло бәйге» ойошторолдо. Алты мең метрлыҡ иң оҙон арауыҡта Сергей Айсынов еңеү яуланы. Уның Геология исемле аты финишҡа беренсе булып килде. Илназ Мостафин Эльбруста исемле — икенсе, Динар Фазлетдинов Дунайҙа өсөнсө урында алды.

Бөтә ярыштарҙа ҡатнашыусылар дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Айнур Сәғитов учалыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, «Ирәндек» башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фондының һәм урындағы ҡоролтайҙың рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Этно-музыкант, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы Зәйнетдин, “Заман” этно-төркөмө, “Ҡарһылыуҡай – 2021” республика конкурсы еңеүсеһе Наҙгөл Ғәйфуллина һәм район артистарының сығыштары байрамдың сағыу биҙәге булды.

Сара бик үҙенсәлекле һәм матур уҙҙы. Халҡыбыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлағандарға мең рәхмәт! Йәш быуын вәкилдәрен боронғо башҡорт йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу бик мөһим һәм ҙур әһәмиәткә эйә: был килсәккә нигеҙ һалыу ул.

Г. Валиуллина.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас