Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
15 Март 2022, 09:14

3 миллион һумға тиклем грант оторға мөмкин

"Әлеге мәлдә конкурста еңеүселәр араһында “Фән һәм мәғариф”, “Мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау” һәм “Милләт һәм диндәр араһында килешеү булдырыу” йүнәлештәре буйынса проекттар бик һирәк. Тағы ла тирә-яҡты һаҡлауға бәйле - сүп-сарҙы айырым йыйыу һәм эшкәртеү, волонтерҙар менән бәйле проекттар ҙа кәрәк", - тип билдәләй Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды директоры Люция Сәйфуллина. 

3 миллион һумға тиклем грант оторға мөмкин3 миллион һумға тиклем грант оторға мөмкин
3 миллион һумға тиклем грант оторға мөмкин

14 мартта Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды коммерция нигеҙендә булмаған ойошмалар араһында грантҡа ғаризалар ҡабул итә башлай. Конкурста һигеҙ йүнәлеш буйынса ҡатнашырға мөмкин:

° “Фән һәм мәғариф”

°“Социаль ярҙам һәм граждандарҙы яҡлау”

°“Ғаиләне яҡлау”

°“Мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау”

°“Тирә-яҡты һаҡлау, уңайлы йәшәү шарттары булдырыу һәм йәнлекте һаҡлау”

°“Милләт һәм диндәр араһында килешеү булдырыу”

°“Һаулыҡты һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культура һәм спортты пропагандалау”

 

 

"Әлеге мәлдә конкурста еңеүселәр араһында “Фән һәм мәғариф”, “Мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау” һәм “Милләт һәм диндәр араһында килешеү булдырыу” йүнәлештәре буйынса проекттар бик һирәк. Тағы ла тирә-яҡты һаҡлауға бәйле - сүп-сарҙы айырым йыйыу һәм эшкәртеү, волонтерҙар менән бәйле проекттар ҙа кәрәк", - тип билдәләй Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды директоры Люция Сәйфуллина. 

 

 

Конкурстың бюджеты - 90 млн.һум.

Ғаризалар 2022 йылдың 12 апреленә тиклем ошо сайтта ҡабул ителә: https://грантыглавы102.рф/

Шулай уҡ бында конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин. 

Белешмәләр өсөн телефондар: 8 903 311 69 37, 8 967 453 92 72.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас