Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
15 Март 2022, 06:30

Хәҙер улар алтын сығармаясаҡ

Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Әйткәндәй, был компанияларҙың урындағы халыҡҡа файҙаһы булдымы икән? 

Хәҙер улар алтын сығармаясаҡХәҙер улар алтын сығармаясаҡ
Хәҙер улар алтын сығармаясаҡ

Башҡортостандың ике районында дүрт алтын табыу компанияһының эшмәкәрлеге туҡтатылды.

«Учалы районында — «Альтинвест», «Баширемельресурс», Баймаҡ районында «Таналыҡ» һәм «Граф» предприятиеларының эше туҡтатылды», — тине Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов дүшәмбе оператив кәңәшмәлә.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һуңғы ике компанияның эшмәкәрлегенән зыянды бөтәһе 1 миллиард һумдан ашыуға баһаланы.

Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районында Оло Толпаҡ күлендә ҡом-ҡырсынташ карьерын эшкәртеү туҡтатылды.

Күлгә урындағы әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелде.

Фото: Фото:Валерий Шахов

"Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас