Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
15 Март 2022, 07:36

Салауат районында йәмле парктар сафҡа инә

Үткән йыл "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә Арҡауыл ауылы паркы төҙөкләндерелгәйне. Шулай уҡ район халҡы 2022 йылда Малояз ауылында парк булдырыу өсөн рейтинглы тауыш биреүҙә ҡатнашҡан. 

Салауат районында йәмле парктар сафҡа инәСалауат районында йәмле парктар сафҡа инә
Салауат районында йәмле парктар сафҡа инә

Парк ауылдың Көнъяҡ-көнсығыш микрорайонында урынлашасаҡ. Был эштең төп маҡсаты - уңайлы, төҙөк йәмәғәт урындарын арттырыу, халыҡты мәҙәни ял итеүгә саҡырыу. Бында үҫеп килеүсе быуын өсөн дә һәр төрлө мөмкинлектәр булдырыла. Балалар майҙансығы, воркаут, йәйәү йөрөү зонаһы һәм башҡалар.

"Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль программаһы 2024 йылға тиклем дауам итәсәк. Ләкин йыл һайын төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт урынын һайлау буйынса электрон тауыш биреүҙә ҡатнашырға кәрәк. Быйыл 2023 йыл өсөн территориялар һайлап алыу 15 апрелдән 31 майға тиклем дауам итәсәк. 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостана

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас