Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
15 Март 2022, 03:20

Йәш йырсы Радмир Хәсәнов концертына саҡыра

Һеҙгә Радмир Хәсәновтың бигерәк тә ҡайһы йырҙары оҡшай? Ул башҡа йырсыларға ҡарағанда ниндәй үҙенсәлеге менән алдыра? 

Йәш йырсы Радмир Хәсәнов концертына саҡыраЙәш йырсы Радмир Хәсәнов концертына саҡыра
Йәш йырсы Радмир Хәсәнов концертына саҡыра

Радмир Марат улы Хәсәнов 1992 йылда Архангел районы Архангел ауылында тыуа. Бишенсе класҡа тиклем район үҙәгендәге 1-се мәктәптә белем ала. Һуңынан  ғаилә Яңы шишмә ауылына күсә. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ егет сәхнә тормошо менән йәшәй. Тап шуға ла 2009 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал сәнғәте бүлегенә (В.Хызыров класы) уҡырға инә. З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында опера йырҙарын башҡарыу оҫталығы кафедраһында (Й.Әбделмәнов класы) белем ала. Профессиональ йырсы (баритон). Башҡорт, татар, рус, сит ил эстрада йырҙарын һәм операларын башҡара. Репертуары бик бай. Алып барыусы.Республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе. БР Мәҙәниәт министры Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Йырсыға тағы ижади үрҙәр, алҡыштар теләйбеҙ. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас