Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Март 2022, 07:19

Ҡиәмәт көнө яҡынлашыуының билдәләре

Ҡиәмәт көнө яҡынлашыуының билдәләреҠиәмәт көнө яҡынлашыуының билдәләре
Ҡиәмәт көнө яҡынлашыуының билдәләре

 

Улар заманына ҡарата сəйер һəм ят буласаҡ. Береһе башланһа, ҡалғандары ла шунда уҡ башланасаҡ. Бөтə ғəлəмəттəр булғас та Ҡиəмəт көнө етəсəк. Сөннəт һəм йəмəғəт əһелдəре уларға Пəйғəмбəрҙəн ﷺ килгəнсə ышана. Улар иҫəбенə килəһе билдəлəр инə:

 

 - Мəһдинең килеп сығыуы. Ул – Мөхəммəт ибн ҒәббдуЛлаһ. Пəйғəмбəрҙең ﷺ тоҡомонан. Ул көнсығыштан сығасаҡ. Уға Кəғбə эргəһендə ант бирəсəктəр. Мәһди ете йыл дауамында идара итəсəк. Был ваҡытта, оҙаҡ ваҡыт ҡараңғылыҡ һəм ғəҙелһеҙлек булғандан һуң, ер йөҙө ғəҙеллеккə күмелəсəк. Мал-мөлкəт бер ниндəй иҫəпһеҙ бирелəсəк. Өммəт быға тиклем күрмəгəн рəхəтлек, ниғмəттəрҙе күрəсəк. Ерҙə үҫемлектəр мул буласаҡ. Күктəн мул ямғырҙар яуасаҡ.

 

- Хорасан яғынан көнсығыштан бер күҙле Дәджəл килеп сығасаҡ. Уның барлыҡҡа килеүе – иң оло фетнəлəрҙең һəм һынауҙарҙың береһе. Сөнки Дəджəл – көфөрлөк, юлдан яҙыу һəм фетнə сығанағы. Шуға күрə барлыҡ пəйғəмбəрҙəр ҙə үҙ халҡын уның килеүе хаҡында иҫкəрткəн. Пəйғəмбəребеҙ ﷺ һəр намаҙ һайын Аллаһҡа ҡылған доғаларында Дəджəлдəн яҡлау һораған.

 

- Мəрйəм улы Ғайсаның (ғəлəйһиссəлəм) төшөүе. Ул Шәмда Димәшҡ ҡалаһының көнсығышында аҡ манара янына төшəсəк. Ул Мөхəммəттең ﷺ шəриғəте буйыса хөкөм итеүсе, хаким булараҡ килəсəк. Дəджəлде үлтереүсе тап ул (ғәләйһиссәләм) буласаҡ. Ғайса еңеү яулаусы йəмəғəткə төшөп, ерҙə Ислам буйынса хакимлыҡ итəсəк. Ул ҡəмəт ваҡытында төшөп, ошо йəмəғəттең имамы Мəһди артынан намаҙ ҡыласаҡ.

 

✅ Килəһе билдəлəр ҙə Ҡиəмəт көнөнөң яҡынлашып килеүенең ҙур билдəлəренəн:

- Йəджүж менəн Мəджүждең сығыуы,

- Ерҙең көнсығышта, көнбайышта һəм Ғəрəп ярымутрауында убыуы,

- ҡуйы төтөндөң барлыҡҡа килеүе,

- ҡояштың көнбайыштан ҡалҡыуы,

- ер аҫтынан ғəҙəти булмаған ҙур бер хайуандың килеп сығыуы, уның кешелəр менəн һөйлəшеүе,

- кешелəрҙе мəхшəр урынына ҡыуыусы уттың сығыуы. 

 

Сөннəт һəм йəмəғəт əһелдəре үлемдəн һуң буласаҡ, был хаҡта Аллаһ һəм Уның Рəсүле ﷺ хəбəр иткəн, бар нəмəгə лə ышана. Мəҫəлəн, үлем фəрештəһенең килеүе, мөьминдəрҙең Раббылары менəн осрашыуына ҡыуанасағы, үлем алдынан шайтандың килеүе, үлем тамаҡҡа килеп тығылғас кафырҙан имандың ҡабул ителмəүе, теге донъя (барзах): ҡəберҙə йə рəхəтлек күреү, йə ғазап кисереү; унда тəн һəм йəн менəн һынау үтеү, ике фəрештəнең һорау алыуы, шәһиттәрҙең тере булыуы һəм Раббыларынан ризыҡ алыуы, бəхетлелəрҙең ләззәттә булыуы, бəхетһеҙҙəрҙең язаға тарттырылыуы.

 

Сөннəт һəм йəмəғəт əһелдəре бөйөк Ҡиəмəт көнөнə ышана. Был көндө Аллаһ үлгәндәрҙе терелтəсəк, ҡолдарын ҡəберҙəренəн торғоҙасаҡ һəм улар Уның алдында иҫəп тотасаҡ.

 

Сөннəт һəм йəмəғəт əһелдəре борғоға (сурға) өрөүгə ышана. Əлеге көндə Исрафил (ғəлəйһиссəлəм) исемле фәрештә, уны ауыҙына алып, өрөү өсөн əмер көтөп тора. Сурға өрөү барлығы өс тапҡыр буласаҡ тип əйтелгəн:

1) Йөрəк өшөткөс, кешелəрҙе хафаға һалырҙай өрөү.

2) Емергес өрөү. Ошо арҡала бар тирə-яҡ үҙгəрəсəк, тəртип юғаласаҡ, бөтə нəмə юҡ ителəсəк, емерелəсəк. Аллаһ телəге, Уның билдəлəүе буйынса ҡайһы бер нəмəлəр һəлəк ителеүгə дусар ителəсəк.

3) Терелтеү өсөн өрөү. Бынан һуң барыһы ла, ҡəберҙəренəн ҡубарылып, ғалəмдəр Раббыһы алдында яуап тотоу өсөн торасаҡ.

 

✅ Сөннəт һəм йəмəғəт əһелдəре ҡəберҙəн торғоҙолоуға һəм киренəн терелтелеүгə ышана. Ҡиəмəт көнөндə Аллаһ ҡəберҙə булғандарҙың барыһын да кире торғоҙасаҡ. Кешелəр ғалəмдəр Раббыһы алдына яланғас, яланаяҡ һəм сөннəтһеҙ килеш баҫасаҡ. Ҡояш уларға бик яҡын буласаҡ. Кешелəр ҡылған ғəмəлдəренə ҡарап, үҙ тирҙəренə батасаҡ. Араларында үҙ тирҙəренə тонсоғоусылар ҙа буласаҡ. Мөхəммəт Пəйғəмбəр ﷺ иң тəүге булып терелтелəсəк һəм ер иң тəүҙə уның өҫтөнəн асыласаҡ.

 

Был бөйөк Көндө кешелəр ҡəберҙəренəн, бар ергə таралған ҡара сиңерткə (саранча) кеүек ҡабаланып, үҙҙəрен саҡырыусы Раббылары янына сығасаҡ. Бар хəрəкəт туҡтап ҡаласаҡ, йөрəк өшөткөс тынлыҡ урынлашасаҡ. Шул мəл ғəмəлдəр сəхифəһе асыласаҡ. Быға тиклем йəшерен булған нəмəлəр хаҡында билдəле буласаҡ. Йөрəктəрҙə йəшерелгəн нəмəлəр килеп сығасаҡ.

Ҡиəмəт көнөндə Аллаһ ҡолдары менəн бер ниндəй аралашсыһыҙ һөйлəшəсəк. Кешелəр үҙ исемдəре һəм аталарының исемдəре менəн саҡырыласаҡ. 

 

Сөннəт һəм йəмəғəт əһелдəре ике тəрилкəһе булған Үлсəүгə ышана. Унда Аллаһтың ҡолдарының ғəмəлдəре үлсəнəсəк. Улар, шулай уҡ, ғəмəлдəр сəхифəһенең асылыуына ышана. Кемдер уны уң ҡулына, кемдер һул ҡулына йəки арттан аласаҡ.

 

Сөннəт һəм йəмəғəт əһелдəре Йəһəннəм өҫтөнəн һуҙылған ҡылыстан үткер, сəс бөртөгөнəн нəҙек Сират күперенә ышана. Сират – Йəннəткə үтə торған күпер. Кешелəр уның аша ғəмəлдəренə ярашлы үтəсəк: кемдер күҙ асып йомған арала, кемдер йəшен тиҙлегендə, кемдер йылғыр аттай, кемдер дөйə тиҙлеге менəн, кемдер йүгереп, кемдер атлап, кемдер имгəклəп. Улар араһында тороп ҡалып, Йəһəннəмгə ташлауға дусар ителеүселəр ҙə буласаҡ. Йәғни, тəҡүəле булғандар Сират күпере аша үтеп китəсəк, ə гонаһлылар иһə унан тайып төшəсəк.Барыһы ла ғəмəлдəргə ҡарап. Был хəл гонаһтарҙан арынғанға тиклем дауам итəсəк. Сират күпере аша үтеүселəр Йəннəткə инергə əҙер буласаҡ. Уны үтеүселəр Ожмах менəн Тамуҡ араһындағы ерҙə туҡтап ҡаласаҡ. Бер-береһе менəн иҫəплəшеп, таҙарынғас, уларға Ожмахҡа инергə рөхсəт ителəсəк.

 

Ожмах менəн Тамуҡ – барлыҡҡа килтерелгəн нəмəлəр. Улар хəҙерге көндə лə бар һəм юғалмаясаҡ, һис ҡасан юҡ ителмəйəсəк.

Ожмах (Йəннəт) – мəңгелек ниғмəт һəм əжер-сауаптар урыны. Аллаһ уны мосолмандар, мөьминдəр, тəҡүəлелəр һəм мүəххидтəр (бер Аллаһҡа ғына табыныусылар) өсөн əҙерлəгəн.

 

Тамуҡ (Йəһəннəм) – яза биреү урыны. Аллаһ уны гонаһлылар, мөшрик, йəһүд, йə насрани (христиан) булған кафырҙар, ике йөҙлөлəр (монафиҡтар), дəһриҙəр, һындарға табыныусылар һəм мосолмандарҙан булған гонаһлы заттар өсөн əҙерлəгəн.

 

Сөннəт һəм йəмəғəт əһелдəре Мөхəммəт ﷺ өммəтенең Ҡиəмəт көнөндə иң тəүҙə иҫəп тотасағына һəм Ожмахҡа инеүсе иң тəүге өммəт буласағына ышана. Улар Йəннəт əһелдəренең яртыһын тəшкил итəсəк һəм араларынан етмеш мең кеше Йəннəткə иҫəпһеҙ инəсəк.

 

Сөннəт һəм йəмəғəт əһелдəре тəүхидкə тотоноусыларҙың Тамуҡта мəңге ҡалмаясағына ышана. Ул кешеләр, эшлəгəн гонаһтарына ҡарата яза алғас, Йәһәннәмдән сығасаҡ һəм Йəннəткə инəсəк. Улар – Аллаһҡа тиңдəштəр ҡуйыуҙан, йəғни, ширктəн башҡа гонаһ ҡылыусы кешелəр. Сөнки мөшриктəр Тамуҡта мəңгелеккə ҡаласаҡ һəм унан бер ҡасан да сыҡмаясаҡ. Бындай хəлдəн Аллаһ һаҡлаһын.

 

"Ваҡыт!"

Автор:Загида Мусина
Читайте нас