Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Март 2022, 13:31

Картуф бәлешенең эҙе

Картуф бәлешенең эҙеКартуф бәлешенең эҙе
Картуф бәлешенең эҙе

 

 1950 йылдар тирәһе. Халыҡтың яңы икмәккә туя ғына башлаған сағы. 

Беҙҙең күршелә генә йәшәгән Мөьминә апай Өмөтбайға ҡунаҡҡа китә. 

Уның ҡыҙы Сания апай, аулаҡ өйгә ҡыҙҙар саҡыра. Ҡыҙҙарҙың ҡайныһы май, ҡайныһы картуф, он, хатта тоҙон да килтереп, мейестә картуф бәлеше бешерәләр. Тик ул бәлеште ашап өлгөрә алмай ҡалалар. Егеттәр килеп тула. Ҡыҙҙар тиҙ генә бәлеште урын араһына тығып ҡуялар. Китә уйын! 

Ғәли ағайым менән Хисам ағай бәлештең тәмле еҫен һиҙеп, сәлдермәксе булалар. Һүҙгә оҫта Ғәли ағай ҡыҙҙарҙы албырғатып хәбәр һөйләгән арала,Хисам ағай эҫе бәлеште ҡуйнына алып тыға. Гәли ағай аңлаһын өсөн, таҡмаҡ әйтеп бейеп китә. 

 Кетмер өрә, Кетмер өрә, 

Тышта берәү йөткөрә. 

Ҡуйындағы эҫе бәлеш 

Эскенәмде көйҙөрә, - тип, тышҡа сығып югерә. Хисам ағайҙың бәлеште урлағанын һиҙеп ҡалған ҡыҙҙар, уның артынан югерәләр. Сания апай Хисам ағайҙы ҡыуып етеп, уның аяҡ аҫтына йығыла. Хисам ағай,Сания апайға эләгеп, уның өҫтөнә йығыла. Арттан йүгереп килгән ҡыҙҙар, Хисам ағай өҫтөнә йығылалар. Ҡөлөшә көлөшә Хисам ағайҙың ҡуйнынан бәлеште һөйрәп сығарғанда, бәлеш бутҡаға әйләнгән була. Өйгә инеп, күмәкләп ултырып теге бәлеште ашайҙар. “Хисам ағайымдың түшендә йондоҙ һымаҡ, бәлешкә бешкән эҙ була торған ине”-. тип һөйләгәйне уның һылыуы Гөлсирә мәрхүм. Шуны әйтәһем килә, ауыл кешеһе аслыҡҡа-туҡлыҡҡа ла, эш күплеккә лә ҡарамай ,күңел аса белгәндәр.

 

Рәхимә Вәлиуллина. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас