

Башҡортостанда «Яңы технологиялар» йәмғиәте «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» дөйөм дәүләт проектына инде. Тейешле килешеүгә республика Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов тарафынан ҡул ҡуйылды.
- Дөйөм дәүләт проектында ҡатнашыу предприятиелар эшсәнлеген өҙлөкһеҙ яҡшыртыу һәм компетенцияларҙы даими күтәреү мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтергә мөмкинлек бирә. Алты ай дауамында республиканың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары етештереү процессындағы юғалтыуҙарҙы асыҡларға һәм бөтөрөргә, хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡсыл етештереү технологияларына өйрәтергә ярҙам итәсәк, - тип һөйләне республика иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан булдырылған "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" дөйөм дәүләт проектында Башҡортостандың 129 предприятиеһы ҡатнаша.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан