Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
17 Март 2022, 14:48

Отҡорҙар һәм зирәктәр көс һынаша

Йыл һайын был хәрәкәткә яңынан-яңы йәштәр ҡушыла, сараның географияһы киңәйә, ҡатнашыусыларҙың һөнәри оҫталыҡтары ла арта.

Отҡорҙар һәм зирәктәр көс һынашаОтҡорҙар һәм зирәктәр көс һынаша
Отҡорҙар һәм зирәктәр көс һынаша

Иртәгә, 18 мартта, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ярҙамы менән КВН Башҡорт юниор-лигаһының IX миҙгеленең 1/2 финалы үтә, унда Башҡортостандың 12 районынан мәктәп уҡыусылары командалары ҡатнаша. Атап әйткәндә, һүҙ Әбйәлил, Ғафури, Дыуан, Нуриман, Учалы райондары, Өфө, Нефтекама, Сибай ҡалалары командалары хаҡында бара.

Башҡорт юниор-лигаһы 2013 йылдан башлап уникаль, социаль йәһәттән әһәмиәтле ижади киңлек булдырған, унда йыл дауамында төбәктең мәктәп уҡыусылары һәм колледжда уҡыған студенттары туған телдә ижади потенциалын үҫтерә. Лиганың маҡсаты ла тап шунда — башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорттарҙың үҙбилдәләнешенә, интеграцияһына этәргес биреү.

Йыл һайын был хәрәкәткә яңынан-яңы йәштәр ҡушыла, сараның географияһы киңәйә, ҡатнашыусыларҙың һөнәри оҫталыҡтары ла арта. Миҫал өсөн, үткән VIII һәм әле барған IX миҙгелдәрҙә Башҡорт юниорҙар лигаһына республиканың төнъяҡ-көнбайыш төбәге командалары — Борай, Дүртөйлө, Краснокама, Тәтешле райондары, Ағиҙел, Нефтекама ҡалалапры уҡыусылары ҡушылған.

Сара иртәгә, 18 марта, баш ҡаланың Ф. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҙа (Достоевский урамы, 99А), 15:00 сәғәттә башлана.



Автор:Айнур Акилов
Читайте нас