+21 °С
Болотло


21 мартта Стәрлетамаҡта һигеҙенсе класта уҡыған биш ҡыҙ ашығыс рәүештә балалар дауаханаһына оҙатылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер ҡыҙ мәктәпкә өлкәндәр (склероз һәм фалиж менән сирләгәндәр) өсөн тәғәйенләнгән дарыу килтергән. Әхирәттәрҙең һәр береһе биш-ун таблетка йотҡан.
«Пациенттар Өфөгә Республика балалар клиник дауаханаһына оҙатылған. Хәҙер уларҙың хәле тотороҡло, ыңғай динамикалы тип баһалана. Уларҙың дүртәүһе - үҙ аңында, берәүһе әлегә ИВЛ-да, хәле яҡшыра бара», - тип белдерҙе Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Софья Алешина.