+21 °С
Болотло


Бөгөн Йылайыр ауылының ҡатлы йорттары араһында яңғыҙ аҡҡош ҡунған. Уны йорт йәшәүселәре күреп ҡалып, ветеринар хеҙмәтенә хәбәр иткәндәр.
Әлегә аҡҡошто хеҙмәткәрҙәр ҡарап, тикшереп, ашатҡандар, йылы урынға урынлаштырғандар. Хәл йыйғас, иреккә сығаралар.