Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
31 Марта 2022, 05:54

Күмәкләп "Шоңҡар"ға яҙылғандар!

Күмәкләп "Шоңҡар"ға яҙылғандар!Күмәкләп "Шоңҡар"ға яҙылғандар!
Күмәкләп "Шоңҡар"ға яҙылғандар!

Йылайыр районының Сәләх ауылында тырыш һәм берҙәм халыҡ йәшәй. Ә иң мөһиме - ныҡышмалы. Улар бына инде икенсе йыл рәттән "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Ойоштороу комитеты Сәләхтә айыҡ, әүҙем, сәләмәт тормош алып барылһын өсөн бар көстәрен һала. Еңеү яулаған хәлдә, ауылдың мәҙәниәт һәм ял йортон яңыртырға иҫәп тота улар. 

42 генә йортлоҡ ауылдың киләсәге юҡ тип әйтергә ярамай.  Ошо урам ярымлыҡ Сәләхтә 162 кеше йәшәй. 29 трактор, 27 еңел машина. Ауыл тотҡаһы булып торған өлкәндәр ҙә, милләт киләсәге балалар ҙа бар. Биш саҡрым алыҫлыҡта ултырған күрше Йомағужа ауылына 44 бала балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөрөп уҡый.

Был юлы Сәләх ауылының ойоштороу комитеты ағзалары "Шоңҡар" журналына яҙылыуға дәррәү ҡушылды. 

"Беҙҙең ауылда гәзит-журналдарға яҙылыу былай ҙа бик шәп! Ү ҙебеҙҙең саф телдә яҙылған баҫмаларҙы алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!" - тигән девиз менән йәшәй был ауылда алдынғы ҡарашлы, уңған халыҡ.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас