

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең Хөкүмәтенә Луганск Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында килешеү әҙерләргә ҡушты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 мартта Донецкиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Уның йомғаҡтары буйынса ике төбәк араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында берлектәге коммюникеға ҡул ҡуйылды.
- Луганск Халыҡ Республикаһы беҙгә бик яҡын. Унда Петровское ауылында беҙҙең данлыҡлы Миңлеғәле Шайморатов ерләнгән. Луганск һуңғы һигеҙ йылда ныҡ зыян күргән. Килешеүҙе, артабанғы аҙымдарҙы хәҙер үк әҙерләү бик мөһим, - тине Радий Хәбиров.