Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
6 Апрель 2022, 04:32

Республикала бәпестәр һаны арта

Республикала бәпестәр һаны артаРеспубликала бәпестәр һаны арта
Республикала бәпестәр һаны арта

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостанда тыуымдың артыуы күҙәтелә.

Халыҡ һанын тотороҡландырыу һәм 2025 йылға уны 145 миллион кешегә тиклем арттырыу өсөн шарттар булдырыу – Рәсәй демография сәйәсәтенең һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) өҫтөнлөклө маҡсаттарының береһе.

 

Билдәләнгән осорҙа республикалағы 983 ғаиләнең тәүге сабыйы тыуған. Был 2021 йылғы ошо уҡ осорға ҡарағанда 1,7 процентҡа күберәк. Башҡортостан, Дағстан, Чечня республикалары һәм Мәскәү ҡалаһы менән бер рәттән, ишле ғаиләләр һаны буйынса илдең тәүге дүрт төбәге иҫәбенә инә, ә Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты биләй.

 

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас