+24 °С
Ямғыр


“Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, сәнғәт мәктәптәренең музыка ҡоралдары фондын яңыртыуҙы дауам итәләр.
Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының өс мәктәбе - Балалар музыка мәктәбе, Балалар сәнғәт мәктәбе, Сибай ҡалаһының һынлы сәнғәт мәктәбе өр-яңы дүрт "Соната" фортепиано, дүрт "Этюд" баяны һәм заманса махсус ҡорамалдар - дистацияла виртуаль күргәҙмәләр үткәреү өсөн интерактив киоск, уҡыу материалдары менән тулыланды.