

Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп Вадим Захаров тәғәйенләнде. 8 апрелдә юғары уҡыу йортоноң ғилми советы ултырышында Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Пётр Кучеренко һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев яңы етәксе менән таныштырҙы.
– Республиканың юғары уҡыу йорттары, айырыуса Башҡорт дәүләт университеты – Волга буйы федераль округында ла, ғөмүмән, Рәсәйҙә лә иң ҙурҙарының береһе. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың фәнде һәм юғары мәктәпте үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар биреүен беләбеҙ. Бөгөн Вадим Петрович Захаровты Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләү – республикала яңы ҙур университет булдырыу буйынса етди эштең дауамы ул, – тине Пётр Кучеренко. – Башҡорт дәүләт университеты һәм республиканың башҡа юғары уҡыу йорттары «Өҫтөнлөк 2030» федераль программаһында ҡатнаша. Алда – университет кампусы төҙөлөшөнөң күләмле проектын ғәмәлгә ашырыу. Беҙ Фән һәм юғары белем биреү министрлығында БДУ уҡытыусыларының фәнни потенциалын, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән Башҡортостан студенттарының мөмкинлектәрен юғары баһалайбыҙ. Берләштерелгән яңы университетта һәләттәрегеҙгә мотлаҡ ҡулланыу табырбыҙ тип ышанам.
Белешмә
Вадим Петрович Захаров 1975 йылдың 19 апрелендә Күгәрсен районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлаған. Химия фәндәре докторы, профессор.
2000-2001 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының тикшеренеү лабораторияһы ғилми хеҙмәткәре.
2004-2006 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юғары молекуляр берләшмәләр һәм дөйөм химик технологиялар кафедраһы профессоры.
2006-2012 йылдарҙа – «Роснефть-УфаНИПИнефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең лаборатория мөдире, бүлек начальнигы.
2012-2018 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының фәнни эштәр буйынса проректоры.
2018-2020 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының фәнни һәм инновацион эштәр буйынса проректоры.
2020-2022 йылдарҙа – Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәген етәксеһе.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы, Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты. Рәсәй Фәндәр академияһы миҙалы менән бүләкләнгән.
Фото:Валерий Шахов