Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
11 Апрель 2022, 05:28

+19 градусҡа тиклем йылытасаҡ

Бөгөн, 11 апрелдә, һауа +12, +17 градусҡаса йылына.

+19 градусҡа тиклем йылытасаҡ+19 градусҡа тиклем йылытасаҡ
+19 градусҡа тиклем йылытасаҡ

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 11 апрелдә, һауа +12, +17 градусҡаса йылына, республиканың көньяғында 8 градусҡа тиклем. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын.

Шишәмбе, 12 апрелдә, республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көнсығышта киҫкен. Һауа температураһы төндә +1, +6, көндөҙ иһә +9, +14 градус була.

Шаршамбы, 13 апрелдә, шулай уҡ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көнсығышта киҫкен. Һауа температураһы төндә+1,+6, көндөҙ +9, +14, көньяҡта +19 градусҡа тиклем.

 

Автор: Альмира Давлетбаева
Автор:Загида Мусина
Читайте нас