Шоңҡар
-1 °С
Облачно
Новости
11 Апреля 2022, 09:41

Федераль трассаларҙа яҙғы төҙөкләндереү башланды

Эшкә 138 кешенән торған 30 бригада йәлеп ителгән. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Федераль трассаларҙа яҙғы төҙөкләндереү башландыФедераль трассаларҙа яҙғы төҙөкләндереү башланды
Федераль трассаларҙа яҙғы төҙөкләндереү башланды

Башҡортостанда федераль трассаларҙа яҙғы төҙөкләндереү башланды. Иғтибар айырыуса Өфө ҡалаһы тирәһендәге юлдарға бүленә. Эшкә 138 кешенән һәм 73 берәмәк техниканан торған 30 бригада йәлеп ителгән. 

Хеҙмәткәрҙәр юлдағы, юл ҡырындағы, ял итеү урынындағы сүп-сарҙы йыя, туҡталыштарҙы, юл билдәләрен, йәйәүлеләр үткәүелдәрен йыуа. Көндәр йылынғас та, тамғалар һөртөү башланасаҡ. Быйыл 260 мең кв.м. майҙандағы тамғаларҙы яңыртыу планлаштырыла. Шулай уҡ юл билдәләре һәм яҡтыртыу бағаналары, бордюрҙар һәм башҡа конструкциялар буяласаҡ. 

Рәткә килтереү эштәренә юл буйы сервистары хужалары ла йәлеп ителгән. Улар үҙҙәренең объекттарын, территорияларын төҙөкләндерә.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас