Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
11 Апрель 2022, 06:29

Рамаҙан айында - айыҡ туй

Йылайыр райойыны Сәләх ауылында үткән аҙнала гөрләп айыҡ туй үтте. Сәләх ауылы егете Радмир Тотманов ошо уҡ райондың Ашҡаҙар ауылы һылыуы Зилиәне кәләш итеп алды. Йәштәрҙең икеһе лә күп балалы, өлгөлө ғаиләлә тыуып-үҫкән. Күптәр айыҡ туйҙы күңелһеҙ тип иҫәпләй. Һеҙ ниндәй фекерҙә? Һеҙҙең яҡта бындай туйҙар йыш үткәреләме?   

Рамаҙан айында - айыҡ туйРамаҙан айында - айыҡ туй
Рамаҙан айында - айыҡ туй

Йылайыр райойыны Сәләх ауылында үткән аҙнала гөрләп айыҡ туй үтте. Сәләх ауылы егете Радмир Тотманов ошо уҡ райондың Ашҡаҙар ауылы һылыуы Зилиәне кәләш итеп алды. Йәштәрҙең икеһе лә күп балалы, өлгөлө ғаиләлә тыуып-үҫкән. Радмир әлеге мәлдә - Себер тарафтарында, Зилиә Йылайырҙың балалар баҡсаһында эшләй. Йәш ғаилә Йылайырҙа төпләнергә уйлай.

Туй башҡорттарҙа булған бар йолаларға ярашлы үтте. Кесе йома көнө Йылайыр мәсетендә йәштәргә бата уҡылды. Һуңынан ике яҡтың да туғандары Радмир менән Зилиәне тәбрик итеү һәм үҙ-ара танышыу өсөн үҙәк ашханала йыйылды.

Иртәгеһенә килен тейешле кешене Сәләхкә оҙатып алдылар. Килен менән ҡоҙаларҙы сәләхтәр тотош ауыл менән тиерлек ҡаршы алды. Йырҙа әйтелгәнсе: "Боронғонан ҡалған йола ул,
Ауыл сыҡҡан ҡаршы алырға, Йәш кәләште күреп ҡалырға..."

Ҡасандыр үҙҙәре был ауылға килен булып төшкән ҡатын-ҡыҙҙар Зилиәне күңелле йыр менән сәләмләп, теләктәрен еткерҙе. Киленгә һыу юлын күрһәтеү йолаһы ла еренә еткереп атҡарылды. Бикәс еңгәйгә һыу юлын башлаһа, еңгәйҙәр матур таҡмаҡтар һәм йырҙар, изге теләктәр менән оҙата барҙы.

Артабан һандыҡ һатыу ойошторолдо. Һатыусылар һәм һатып алыусылар үҙ-ара килешкәс, һандыҡ өйҙөң түренән урын алды. Ул арала еңгәй бүләген алырға бер урам балалар йыйылып киткәйне. Уныһы ла үҙенә күрә күркәм йола. Бәләкәс кенә ҡәйнештәр һәм бикәстәр еңгәйҙе күреп, бүләкле булып, ихлас ҡыуанып таралышты.

Кискелеккә Сәләх ауылы инәйҙәре һәм ҡатын - ҡыҙҙары "Килен сәйе" нә, Ашҡаҙар ауылы халҡы - "Кейәү сәйе"нә йыйылды...

Радмир менән Зилиәгә аҡ бәхеттәр теләйбеҙ! Ҡорған ғаиләгеҙ ныҡлы, ырыҫлы булһын! 

Рамаҙан айында үткән туй, әлбиттә, айыҡ үткән. Етмәһә, Сәләх ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша.

Күптәр айыҡ туйҙы күңелһеҙ тип иҫәпләй. Һеҙ ниндәй фекерҙә? Һеҙҙең яҡта бындай туйҙар йыш үткәреләме? 

 

 

 

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас