Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Апрель 2022, 13:02

Тамара Искәндәриә: "Саҡырам, килегеҙ!"

Тамара Искәндәриә "Һайланма әҫәрҙәр" шиғри йыйынтығының исем туйында һеҙҙе көтөп ҡала!  

Тамара Искәндәриә: "Саҡырам, килегеҙ!"Тамара Искәндәриә: "Саҡырам, килегеҙ!"
Тамара Искәндәриә: "Саҡырам, килегеҙ!"

Ваҡыт даръяһы 

Сиге бармы мәлдең?

Мәңгелектең?

Һәр сиктең дә була аръяғы…

Алҡындырып буръяҡ тулҡындарын,

Ташып аға

Ваҡыт даръяһы.

Үлсәмдәрен уның үлсәп ҡара,

Байҡап ҡара нигеҙ-нисбәтен,

Мәңге үҙгәреүсән был даръяның

Ҡаршылыҡлы килеш-килбәтен…

 

Ҡотороҡло ҡай саҡ ағыштары,

Торғонлоҡло ҡай саҡ юлдары.

Төрөпкәһен төтәткәндә берәү,

Берәүһенең ҡанлы ҡулдары…

 

Айырмаҫлыҡ инде был даръяла

Ярҙарының уңы, һулдары…

Заманым, тип һаман башын һала

Тоғролоҡло башҡорт улдары.

 

Үткәндәргә юлдар бар, тиҙәр ҙә,

Һин дә, мин дә уны асҡан юҡ.

Баҡһаң, йыһан киңлектәре өсөн

Ғүмеребеҙ – бары осҡан уҡ.

 

Йондоҙ ғына атылып һүнгән мәлдәй,

Шартлап асылғандай бер бөрө,

Ваҡыт даръяһының мөғжизәһе –

Ваҡыт даръяһының беҙ сере.

____________________________

 

Әллә күктәр сатнағанмы, тинем,

Ҡара юлаҡтары семәрле.

Ҡан тамыры һымаҡ тармаҡлы ла,

Ҡош ҡанаты һымаҡ һеңерле.

 

Күктәр булып, күктәр сатнағанмы?!

Күңел сатнағанда ни ғәжәп.

Йәнде имләр Күккә өмөт бағып

Әйтәйемме әллә мөнәжәт.

 

Күктәр, һеҙ ҙә сатнайһығыҙмы ни?

Урманыма тағы барайым.

Ағас ботаҡтары семәрләгән

Күктәремә тағы ҡарайым.

 

Эй селтәрле лә һуң Күктең йөҙө

Ҡараһаң һин ағас төбөнән.

Ҡышҡы ағас – балҡыш, үҙе алҡыш!

Ташҡан һымаҡ ҡымыҙ көбөнән!

 

Һәр бер селтәренә сер йәшергән,

Һәр семәре уның – мәртәбә,

Сабырһыҙ ҙа минең уй аттарын

Индергәндәй була тәртәгә.

 

Күк сатнатҡан ҡара ботаҡтарҙан

Илаһи моң ергә тирелә –

Сат йәбешеп шып-шым серем итә

Шатлыҡ йоморсағы бөрөлә.

 

Әллә күктәр сатнағанмы, тиһәм?

Бөгөн һиҙҙем яҙғы һулышты:

Бөрөләрҙең серен һөйләне ел –

Улар ҡабат моңға тулышты!

 

Беҙ ҙә ҡабат уйға тулышырбыҙ –

Уйлар өсөн тыуған зат бит беҙ!

Күктең ишараһын аңлап, уға

Ерҙең үҙе яҙған хат бит беҙ!

_______________________________

БИҒӘЙБӘ

Серҙәр был донъяны бар итә.

Ҡар башына, тиҙәр, ҡар етә.

Ҡарҙан хасил булған нағыштар —

Уларҙа бит яҡты һағыш бар.

Яҡты һағыш — Ваҡыт үтеүе,

Йәш ғүмерҙең ташлап китеүе.

Ә шулай ҙа яҡты был мәлдә,

Мин йәшәнем, көлдөм, тим, әлдә.

Мин йәшәнем, йәшнәп сәсәнем,

Булдым, халҡым, мин бер сәсәнең!

Бер Хоҙайға ғына табындым,

Балаларым өсөн табылдым.

Юғалмамын, юҡҡа сыҡһам да,

Йәшем еткәс бер саҡ туҡһанға,

Ә бәлки, булырмын мин йөҙйәшәр,

Булырмын мин... Ярай, һүҙ йәшер!

Оҙон һүҙҙең тотам ҡыҫҡаһын,

Хәҙер мине хет кем ҡыҫтаһын,

Үткәндәргә әйтәм салауат,

Үткәндәргә китһен сал ауаз.

 

Мин яңырам.

Ниҙәр көтһә лә,

Яңағымды йәштәр өтһә лә,

Еңелеүҙәр менән еңеүҙәр,

Сәскә атыу һәм дә шиңеүҙәр,

Ил алдына сығып һүҙ һөйләү,

Көй белмәгән сымда моң көйләү, —

Һәм, ни ғәжәп!

Ҡапыл, айбанып,

Киткән кеүек булдым уянып!

 

Мин яңырам, дуҫтар, биғәйбә.

Яңы йылым, түргә уҙ, әйҙә.

_____________________________

Йәсмин 

Йәсмин ҡыуағына ай төшкәнме,

Әллә күктә — йәсмин нурымы?

Донъя айҡалғанда,

Күңелемдең

Данымы һин, һөйөү, хурымы?

 

Моңһоу йәсмин,

Моңһоу ай яҡтыһы —

Булмышымдың сәйер балҡышы.

Береһе, өҙөлөп, ерҙә тапалғанда,

Береһенең күктә алҡышы.

 

Йәсмин, йәсмин,

Ҡап-ҡараңғы төндә

Шатлығыма, ойоп, күмеләм.

Яҡты миңә ошо ҡараңғылыҡ.

Яҡты минең, йәсмин, күңелем!

___________________________

Йыһат - доға 

Һағынамын йөҙөңдө,

Һағынамын һүҙеңде,

Һағынамын һинең янда

Ҡалған үҙкәй-үҙемде.

Аҡ һыуҙарға баҡһам да,

Һыуҙар булып аҡһам да,

Һылыулығым ҡайтмай инде

Алҡаң, һөйөп, таҡһам да.

Йыһандарға ҡарайым,

Һыулы сәсем тарайым.

Толомомдоң остарына

Йыһат-доға урайым.

Йыһандарҙа ҡара юҡ,

Йыһаттарһыҙ ара юҡ,

Ер менән күк араһында

Һөйөүгә сик-сара юҡ.

 

Тамара Искәндәриә 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас