

15 апрелдә «Динамо» стадионында киң мәғлүмәт саралары араһында билдәле диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол турниры ойошторола. Инеү ирекле. Көйәрмәндәр араһында бүләктәр уйнатыла.
Әхәт Мортазинды «Башҡортостандың алтын тауышы» тип йөрөттөләр. Уның матур, бәрхәт тауышын тыңлаусылар яңылыҡтар, көнүҙәк репортаждар аша белә ине, ул күп кенә ваҡиғаларҙан, байрамдарҙан тура трансляциялар, хөкүмәт сараларын һәм концерттар алып барҙы. Әхәт Мортазин 2018 йылдың 13 мартында 59 йәшендә ҡапыл донъя ҡуйҙы.
Турнирҙы ойоштороусылар — Башҡортостандың Журналистар союзы, Матбуғат йорто, республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары.