

Өфө ҡалаһының 62-се лицей уҡыусыларына көтөлмәгән бәхет йылмайҙы.
"Космос геройҙары" патриотик проекты һәм СССР-ҙың летчик-космонавты Владимир Комаровскийҙы хәтергә алыу көндәре сиктәрендә баш ҡалабыҙға Рәсәй Федерацияһы Геройы, летчик-космонавт, полковник Сергей Залетин килеп төштө.
62-се лицей - Рәсәй машина эшләүселәр Союзының ассоциацияланған мәктәбендә уҡыусылар, мәктәп коллективы менән күреште.
Лицей ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Владимир Комаровский исмен йөрөтәсәк. Мәктәп бындай почетлы исемде юҡҡа ғына алмай.
Уҡыусылар йыш ҡына Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаша һәм еңеп сыға, летчик-космонавтар, граждандар авиацияһы летчиктары менән осраша.
Мәктәптә өсөнсө йыл инде машина ҡороусылар класы эшләй, ә өлкән кластар өсөн "Роснефть-класс" асылған.
Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан