+21 °С
Облачно


Республиканың көнъяҡ райондары былтыр ҡара сиңерткәләр һөжүменә дусар булды. Ғәҙәттә, уларҙың өлгөрөү циклы ете-һигеҙ йылға һуҙылһа, үткән йылдың аномаль яҙы бөжәктәрҙең иртә өлгөрөүенә булышлыҡ иткән.
Фараздар быйыл да ҡыуаныслы түгел.
Ҡоротҡостарҙы ҡарышлауыҡ мәлендә юҡ итеп ҡалыу хәйерлерәк, ти белгестәр. Әгәр бер квадрат метр майҙанға 10-12 сиңерткә ҡарышлауығы тура килгән осраҡта иҡтисади зыян күреү сиге иғлан ителә. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге белгестәре әле үк ҡара сиңерткәләрҙе асыҡлау һәм ағыулау эшен башлаған.