

Республикала "AIESEC" йәштәр ойошмаһы бүлеге буласаҡ йәш эшҡыуарҙар өсөн уҡыуҙар ойоштора башланы.
Беренсе оҫталыҡ дәресе "Йәшлек House" йәштәр платформаһы базаһында үтте. Темаһы бик ҡыҙыҡлы - сараларҙы ойоштороу һәм бизнес-модель булдырыу.
Студенттар менән эшләүсе, төрлө саралар үткәреүсе, форумдар ойоштороусы, маркетолог Данила Климович - оҫталыҡ дәресенең спикеры.
Артабан буласаҡ сара - "Карьера төнө" тип атала. Бында студенттар һәм йәш белгестәр төрлө алдынғы компаниялар вәкилдәре һәм тәжрибәле белгестәр менән осраша.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты#региональныепроекты #регпроекты #национальныепроектыБашкортостана
Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан