15 апрель - Милли костюм көнө. Ул 2020 йылдан алып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы буйынса билдәләнә. Республикабыҙҙа Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр үткәрелә. Был көн төрлө милләт халыҡтарын берләштерә, татыулыҡты нығыта, милли костюмдарыбыҙҙың быуындан-быуынға күсә барыуына булышлыҡ итә.
Видеола - Йылайыр районы Сәләх ауылынан Таңсулпан Тотманова. Түшелдеректе һәм ҡашмауҙы Миңһылыу Сәғитова эшләгән.