Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
15 Апрель 2022, 04:55

Туристарға — яңы уңайлыҡтар

Башҡортостандың матур, иҫтәлекле урындарына табан илткән юлдар тәртипкә килтерелә.

Туристарға — яңы уңайлыҡтарТуристарға — яңы уңайлыҡтар
Туристарға — яңы уңайлыҡтар

Туристарҙы йәлеп итерҙәй, билдәле урындарға алып барған  юлдар ремонтланасаҡ. 

Быйыл ғына 24 саҡрым юлды рәткә килтереү планлаштырылған. Был эш өсөн бюджеттан 503 млн һум бүленеүе көтөлә.

Мәҫәлән, Благовещенск - Павловка трассаһының 5 саҡрым юлы киләһе миҙгелдә үк тәртипкә килтереләсәк. Билдәле булыуынса, бында күп туристарҙың яратҡан урыны - Павловка һыуһаҡлағысы урынлашҡан. 

Шулай уҡ, Уптино ауылынан алып Йоматау ял йортона тиклем 4 саҡрымлыҡ юл участкаһы рәткә һалынасаҡ. 

 

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостана

Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан

 

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас