

Милли кейем көнө айҡанлы "УФТАНМА" ижадханаһы төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашлығында кисә үткәрҙе.
Ойоштороусылар төрлө халыҡ мәҙәниәте менән таныштырыуҙы сараның маҡсаты итеп ҡуйған. Шулай, милли кейем көнөндә Йэшлек-хауста бер нисә илдән килгән студенттар, ҡунаҡтар йыйылды.
Һәр кеме йырлы, бейеүле йә шиғри күстәнәс алып килгән. Мәҫәлән, тамашасылар һинд, ҡаҙаҡ йырҙарын тыңланы, Таджикистандан ҡыҙ туған телендә шиғыр ятланы. Тағы ла башҡорт, һинд, Алтай бейеүҙәре лә әҙерләнгән. Мысыр егете скрипка көйө менән ҡыуандырҙы.
Йәнле барған кисәлә төрлө милләт вәкилдәре танышып, дуҫлашып өлгөрҙө. Ә иң аҙаҡтан һәр бер ҡатнашыусы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.