Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
18 Апрель 2022, 07:52

Киләһе көндәрҙә һауа торошо ниндәй булыр?

 Башҡортостанда йәшен йәшнәүе көтөлә.

Киләһе көндәрҙә һауа торошо ниндәй булыр?Киләһе көндәрҙә һауа торошо ниндәй булыр?
Киләһе көндәрҙә һауа торошо ниндәй булыр?

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 18 апрелдә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡ-көнбайыштан, секундына 3-8 метр.

Һауа температураһы көндөҙ +13, +18 градус, төньяҡта 8 градусҡаса йылы.

19 апрелдә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын.

Һауа температураһы төндә +3, +8 градус була, республиканың төньяғында 2 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ +7,+12 градус, көньяҡта +15, +20 градус.

20 апрелдә төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында елдең көсәйеүе мөмкин.

Һауа температураһы төндә +2, +7 градус. Көндөҙ республиканың төньяғында +9, +14, көньяғында иһә +16, +21 градус.

 

 

 

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас