

“Миңә өс-дүрт йәш. Йәйге йылы ҡояш аҫтында әсәйем менән баҡсала күк кенә табаҡҡа ҡурай еләге йыябыҙ. Мин – күберәген ауыҙыма. Баҡсала ҡурай еләгенән башҡа минең ҙурлыҡ астралар үҫә. Йыйып бөтөп ингәс, ҡайнатма ҡайнатабыҙ. Өйгә хуш еҫтәр тарала...”
Венераның бала сағындағы иң йылы иҫтәлеге шул йәйге көнгә барып тоташа. Хәтирәһендә уның күңеленең ҙур бер өлөшө балҡып ҡала: донъялағы иң яратҡан һәм ҡәҙерле кешеһе, ауыл тормошоноң ябай рәхәтлеге, гөл-сәскәләр, тәмле, хуш еҫтәргә тулған тыуған өй. Аҙаҡ Венера сит илдәрҙә йәшәһә лә, барыбер ошо матурлыҡҡа, тыныслыҡҡа ашҡынып торасаҡ.
Венера Йәмил ҡыҙы Кемерево өлкәһенең Вознесенка тигән ерендә тыуған. Ғүмеренең тәүге алты йылы ошо өлкәлә үтә, аҙаҡ уның ғаиләһе Башҡортостанға ҡайта...
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәрәкле һәм нәфис аксессуарҙар булдырған ҡул эштәре оҫтаһы Венера ҠУСТЫБАЕВА һәм уның 3AUYK — ЗАУЫҠ бренды тураһында "Шоңҡар"ҙың апрель һанында (04\2021) уҡығыҙ