+21 °С
Болотло


"Башинформ" хәбәр итеүенсә, Баймаҡ районында 4,6 һәм 2,6 гектар майҙанда ике урман янғыны теркәлгән. Улар әле һүндерелгән.
«2022 йылда янғын хәүефе осоро башланғандан алып 7,2 гектарҙа ике тәбиғәт янғыны сыҡҡан, — тип белдерҙе ҡотҡарыусылар. — Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек ошо уҡ көнгә республикала 18,6 гектар майҙанда 11 тәбиғәт янғыны иҫәпләнгән».
Бөгөн Башҡортостандың урман фонды биләмәһендә беренсе, икенсе һәм өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен һәм Мәләүез райондары урмандарында өсөнсө класлы янғын хәүефе көтөлә.