Хәйбулла районында “Айыҡ ҡатын” проекты башланды. Сараны ойоштороусылар - райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы, "Ғаилә" хеҙмәте, район хакимиәтенең хәстәрлек һәм ҡурсалау бүлеге, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы.
Проект айыҡ тормош алып бармаған ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ошо ниәт менән Бәләкәй Арыҫланғол ауылында түңәрәк өҫтәл үтте. Артабан да проектты ойоштороусылар ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләүҙе, уларҙы айыҡ тормошҡа әйҙәүҙе дауам итәсәк.