Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
22 Апрель 2022, 06:56

Уралсиб сапсандары ата-әсә булырға әҙерләнә

Был ҡоштар инде 17 йылдан ашыу Өфөләге Уралсиб банкы ҡыйығында оя ҡора. 

Уралсиб сапсандары ата-әсә булырға әҙерләнәУралсиб сапсандары ата-әсә булырға әҙерләнә
Уралсиб сапсандары ата-әсә булырға әҙерләнә

Һәр яҙ тап ошо урынға, Уралсиб банкы ҡыйығына, килеп оялаған сапсандар быйыл хатта 4 йомортҡа һалған.

Ҡошсоҡтар 9 майҙан 14 майға тиклем арала донъяға килә, тип фаразлай белгестәр

Ҡоштарҙы орнитологтар ҙа, банк хеҙмәткәрҙәре лә ҡурсалап ҡына тора. Йола буйынса, ҡошсоҡтарға 3 аҙна булғас, уларға исем биреп, балдаҡ кейҙерәсәктәр. Шулай уҡ тәүге себеш сыҡҡас, ҡоштарҙың тормошо тура эфирҙа күрһәтелеп барасаҡ. 

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас