Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
2 Май 2022, 11:15

Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәрҙән ҡайтты

Был юлы улар Себер башҡорттары алдында сығыш яһаны.  

Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәрҙән ҡайттыБашҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәрҙән ҡайтты
Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәрҙән ҡайтты

27-29 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Ноябрьск, Губкинский һәм Яңы Уренгой ҡалаларында сығыш яһаны. Себер тарафтарында йәшәүсе милләттәштәребеҙ "Һөйәркә" (Туфан Миңнуллин) спектаклен ҡарап кинәнде. Ә кескәйҙәр өсөн «MOUSE STORY» тамашаһы тәҡдим ителде.

Спектаклдәргә урындағы башҡорт ойошмаларының әүҙем ағзалары күпләп килде. Улар яратҡан артистары - Азамат Ғафаров, Алһыу Бәхтиева, Алһыу Ғәлина, Юнир Ҡоланбаев, Илсөйәр Ғизитдинова һәм башҡалар менән осрашыуҙы һағынып алды. 

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас