+21 °С
Облачно


13 май көнө көндөҙгө сәғәт 2-лә ул "А нам нужна одна Победа" тип аталған моноспекталь күрһәтә. Бөйөк рус яҙыусыларының һәм шағирҙарының бөгөнгө көндә лә бик актуаль булған тыныслыҡ темаһына арналған әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.
Шул уҡ көндө, сәғәт 12-лә артист "Ночь перед Рождеством" әҙәби-музыкаль композицияһы менән сығыш яһай. Ике тамашаға ла билеттарҙы Пушкин картаһы менән алырға була.
Спектаклдәр Сибай концерт-театр берекмәһенең яңыртылған бинаһында күрһәтелә.