+21 °С
Болотло


22 йәшендә батырлыҡтары менән юғары наградаларға лайыҡ булған осоусы-штурмовиктың ауыр һуғыш юлдарын үтеүе, ғүмерлек мөхәббәтен осратыуы, батырлыҡтары тураһында буласаҡ был тамаша. Премьера 6, 7 һәм 9 май көндәренә билдәләнгән. Әйткәндәй, Бөйөк Еңеү көнөндә билеттарҙы акция буйынса ташлама менән алырға була.
Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина, авторы - Фәрит Әхмәҙиев. Төп ролде йәш актер Әбйәлил Үтәбаев уйнаясаҡ.