+24 °С
Ямғыр


Йылайыр районынан килгән юлсылар Һүрәм йылғаһы буйына ял итергә туҡтай. Ярҙың тайғаҡ икәнен белмәгән водитель машинаһын йылғаға яҡын килтерә. Һөҙөмтәлә машина һыуға төшә. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ -һуңғы мәлдә ғаилә (бала һәм ата-әсә) ағзалары машинанан төшөп өлгөрә.
Көндәр ҡоро, ҡояшлы тороуға ҡарамаҫтан, йылға ташҡыны ныҡлап кәмемәгән. Шуға күрә, тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡҡанда хәүеф барлығын онотмағыҙ!