+21 °С
Болотло


Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2 май көнө 17 сәғәттә баш ҡаланың Торналар фонтанында дүрт йәшлек бала зыян күргән. Ул самокатта йөрөгән саҡта фонтандың техник ҡоҙоғона төшөп киткән. Ул мәлдә ҡоҙоҡта эшселәр булған.
Бала шунда уҡ дауаханаға оҙатылған, эшселәр зыян күрмәгән. Фонтан янындағы хәүефле урын кәртәләп алынған.