+22 °С
Дождь


Өфөлә йәшәүсе ҡатын телефондан һөйләшкәндән һуң ҙур суммалағы аҡсаһын юғалтҡан. Барыһы ла һынаулы минуттар эсендә була.
Асыҡланыуынса, ҡатын телефон шылтыратыуына яуап биргән. Билдәһеҙ әңгәмәсе үҙен банк хеҙмәткәре тип танытҡан һәм аҡсаны юғалтыу хәүефе барлығын әйткән. Йәнәһе, был ваҡытта билдәһеҙ мошенниктар уның иҫәбенән бөтә йыйылған аҡсаны күсерергә маташа.
Ҡатын ҡурҡҡан һәм барыһын да инструкция буйынса эшләргә ризалашҡан. Һөҙөмтәлә ул әңгәмәсе күрһәткән «хәүефһеҙ» иҫәпкә 900 мең һумға яҡын аҡса күсергән. Уларҙың ҡайҙа китеүен хәҙер полиция һәм банктың ысын хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.